

Дуҫтар! Уйынға саҡырабыҙ!
14 март, 19:00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында мәҙәниәтебеҙҙе белеү кимәлен тикшереп ҡарай алаһығыҙ!
Уйында 7-10 кешенән торған командалар ҡатнаша ала. Беҙҙең тарафтан күңелле уйын һәм шәп тьәҫораттар вәғәҙә итәбеҙ! Уйынды билдәле алып барыусы Венер Фәйзуллин алып бара.
📍 Теркәлеү өсөн һылтанма: https://forms.gle/c4nmpmZknKq9A3TA9
Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" сығыш яһаны.
Квиз-уйын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Килегеҙ! Көтөп ҡалабыҙ!
#БашФонд #БашҡортТеле #НациональныймузейРБ