2023 йыл - Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилей йылы. Шул уңайҙан, 9 март көнө гимназия уҡыусылары өсөн иҫтәлекле ваҡиға, хөрмәтле юбиляр шағирә менән осрашыу үтте.
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының илһамланып шиғырҙар уҡыуы балалар күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы, тип ышанабыҙ. Яратҡан шағирәбеҙҙең шиғырҙарына бихисап йырҙар яҙылған. Гимназия уҡыусылары осрашыуҙа шуларҙың бер нисәһен йырлап ишеттерҙеләр, башҡорт һәм рус телендә шиғыр һөйләүҙәре сараға тағы ла йәм өҫтәне.
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, һәр класҡа айырым китаптар бүләк итте. Әҙибәнең 2 улы, ейән-ейәнсәрҙәре беҙҙең уҡыу йортонда белем алған. Осрашыу һуңында шағирәнең улы, композитор Урал Иҙелбаев көй яҙған гимназия гимнын күмәкләп башҡарыу ике араны тағы ла нығыраҡ яҡынайтты.
Сараны әҙерләп ойоштороусы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бикбаева Лилиә Ғилметдин ҡыҙы.
#егерменселәр
https://vk.com/ugbg20com төркөмө