+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2023, 14:50

Обзор

Март  һаны “Аманаттың” сыҡты күптән, “Яҙылыусы” уны алып уҡып бөткән, Ә шулай ҙа бераҙ байҡау яһап ебәрәйек, Уҡымай ҡалған әҙәмдәргә уй бирәйек, Ҡарап сыҡһын беҙҙең журнал тышын...

Обзор
Обзор

Ә ғөмүмән, “Аманат”тың март һаны 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнөнә бағышланған. Тышлығыбыҙҙа “Оҙонсәс” конкурсы еңеүсеһе Сәлимә Билалова. Ә журнал эсендә был ҡыҙ менән әңгәмәбеҙ ҙә бар. Башҡа темаларға килгәндә, Тимур Рәхмәтуллиндың серле һандар донъяһындағы мөғжизәле алтымөйөшө тураһында уҡыһағыҙ бал ҡорттарын  ябай бөжәк тип башҡа әйтмәҫһегеҙ. 
Рәлис Ураҙғоловтың “Ветеринар” Йәмил менән “ботаник” Гөлназдың мажаралары повестының дауамы күңелегеҙгә хуш килер.
 Быға өҫтәп, Спорт, Мәңгелек сер, Һабаҡ, Башҡортостан ҡоштары, Мөғжизәле донъя рубрикалары ла уҡыусыларҙы үҙенсәлекле һәм файҙалы мәғлүмәттәр, яңылыҡтар менән ҡыуандырыр тигән өмөттәбеҙ. 
31 МАРТҠА ТИКЛЕМ "АМАНАТ"ҠА 2023 ЙЫЛДЫҢ 2-СЕ ЯРТЫҺЫНА АРЗАНЫРАҠҠА АЛДАН ЯҘЫЛЫУ БАРА.
1 АПРЕЛДӘН ЯҘЫЛЫУ ХАҠЫНЫҢ АРТЫУЫ ИХТИМАЛ.
31 МАРТҠА ХӘТЛЕМ 2022 ЙЫЛДАҒЫ ХАҠ МЕНӘН АЛДАН ЯҘЫЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ!
ЯРТЫ ЙЫЛҒА ЯҘЫЛЫУ ХАҠЫ - 418 ҺУМ ДА 26 ТИН.

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: