0 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март , 08:21

Өфөлә Һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды

Быйыл Өфөлә 11-се класты тамамлаусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау 19 майҙа яңғырай. Тейешле бойороҡҡа баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.  

Өфөлә Һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды
Өфөлә Һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды

Быйыл Өфөлә 11-се класты тамамлаусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау 19 майҙа яңғырай. Тейешле бойороҡҡа баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.

«2023 йылдың 19 майында 11-се класты тамамлаусылар өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын ойошторорға», – тиелә документта.

Өфөнөң район хакимиәттәренә, ҡала йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығына, баш ҡаланың янғын һағы идаралығына һәм башҡа күҙәтеү ведомстволарына 11-се класты тамамлаусылар өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын үткәргәндә «уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуймау буйынса саралар күрергә» ҡушылды.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, уҙған йылда баш ҡала мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары өсөн «Һуңғы ҡыңғырау » байрамы Өфөнөң «Ватан» паркында 25 майҙа булғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-16/nazvana-data-provedeniya-poslednego-zvonka-v-ufe-3179432

Автор:Галина Бахшиева
Фото:Валерий Шахов
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас в