+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2023, 11:07

Самрау батша илендә

Сибай ҡалаһының "Сулпан” балалар театры Әбйәлил районы Ташбулат ауылында  “Самрау батша бүләге” исемле спектаклен ҡуйҙылар

Самрау батша илендә
Самрау батша илендә

Борон-борон борондан,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын дингеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Унда булған, ти, борон,
Йәнбирҙе тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ...

Эйе, был беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың мөғжизәһе , донъя кимәлендә танылған Башҡорт халыҡ "Урал батыр" эпосы. Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө.

Сибай ҡалаһының "Сулпан” балалар театры Әбйәлил районы Ташбулат ауылында  “Самрау батша бүләге” исемле спектаклен ҡуйҙылар. Мәктәбебеҙ уҡыусылары менән гел дә һағынып яратып көтөп алған Сибай балалар театрына ҡыуанып тамаша ҡылдыҡ.
Замана балаларына заманса еткерелгән тамаша был! "Урал батыр" эпосын бай йөкмәткеле, бар яҡтан ентекле биҙәлеш, үҙ ролдәрен оҫта башҡарыусы актерҙар күңелебеҙгә хуш килде!
Замана геройҙары менән (Марвел донъяһы супергеройҙары) батырҙарыбыҙ араһында параллель ҡуйылып, башҡорт батырҙары ла бер кемдән кәм түгел икәнен күрһәтә. Урал батыр, Шүлгән, Йүгерек батыр, Тау батыры , хәҙер беҙҙә уларҙы һәр уҡыусы белә, һәр кесеһе. Самрау батша, Һомайғош, Аҡбуҙат образдары еребеҙҙә татыулыҡ, тыныслыҡ , дуҫлыҡ, илһөйәрлек, мөхәббәт тойғоларын уята.
Яҡшыны ямандан, изгелекте яуызлыҡтан айырырға өйрәткән, йәмле йәшәү мәғәнәһен төшөндөргән , тәрбиә биргән халыҡ эпосы әле лә киләсәккә аманат булып тапшырыла килә, йәшәй әле... Үҙ еребеҙҙең тарихын, ер-һыу атамалырын белеп , тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, еребеҙҙә тыныс , дуҫ йәшәү халҡыбыҙҙың ҙур бурысы.

Уралыбыҙ йәйрәп ятһын,
Ҡалҡып торһон Ирәмәл тауҙары,
Сылтрап аҡһын Иҙел, Һаҡмар,
Яйыҡ, Нөгөш йылға һыуҙары.
Һаҡлайыҡ тыуған еребеҙҙе,
Берҙәм матур, татыу йәшәйек.
Илем, халҡым батырҙарын
Тыуған еребеҙҙә данлайыҡ.

Кесеһенә лә, олоһона ла спектакль бик ныҡ оҡшаны! Әйтеп бөткөһөҙ тәҫьораттар...беҙҙең өсөн был спектакль бик мөһим һәм бик яҡын. Көслө алҡыштар менән оҙаттып ҡалдыҡ Ташбулат мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылыры исеменән барлыҡ театр актерҙарына, хеҙмәткәрҙәренә Оло хөрмәт һүҙҙәре еткереп, артабанғы эштәрендә уңыштар теләп, тағы ла спектаклдәр менән үҙебеҙҙең яҡтарҙа көтөп ҡалабыҙ. Афарин!!!

Самрау батша илендә
Самрау батша илендә
Самрау батша илендә
Самрау батша илендә
Самрау батша илендә
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: