+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2023, 09:00

Өфөлә «Юғарыға ос!» мәктәп форумы ойошторола

Һәләтле балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү мәсьәләләрен, уҡытыусыларҙы аттестациялау системаһындағы үҙгәрештәрҙе, яңы белем биреү программаларын һәм мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә идара итеү хаҡында фекер алышыу планлаштырыла.

Өфөлә «Юғарыға ос!» мәктәп форумы ойошторола
Өфөлә «Юғарыға ос!» мәктәп форумы ойошторола

6 һәм 7 апрелдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Юғарыға ос!» мәктәп форумы ойошторола. Алты майҙансыҡта һәләтле балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү мәсьәләләрен, уҡытыусыларҙы аттестациялау системаһындағы үҙгәрештәрҙе, яңы белем биреү программаларын һәм мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә идара итеү хаҡында фекер алышыу планлаштырыла.

«Форумдың фекер алышыу майҙансыҡтары мәғариф системаһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрҙе ентекле тикшереү өсөн һөнәри берләшмә, ата-әсәләрҙең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен берләштерә », — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Форумдың икенсе көнөндә, 7 апрелдә, педагогик белем биреү, маҡсатлы уҡытыу, инклюзив белем биреү темаларына, тәрбиә системаһына арналған тағы ла биш фекер алышыу майҙансығы ойошторола. Шулай уҡ балалар һәм йәштәрҙең  «Беренселәр командаһы» ижтимағи-дәүләт хәрәкәтен ойоштороу өсөн муниципаль координаторҙарын уҡытыу буйынса стратегик сессия була.

«Юғарыға ос!» мәктәп форумы фекер алышыу майҙансыҡтары вәкилдәренең пленар ултырышы менән тамамлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-17/v-aprele-v-ufe-proydet-forum-shkolnogo-obrazovaniya-vzletay-3180561

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: