+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
24 Марта 2023, 10:48

"Белем" төбәк-ара мәғариф фестивале уҙғарыла

Быйыл Фестиваль 24 мартта Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында, 6 апрелдә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында, 7 апрель Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында һәм 15 апрель Ханты-Манси автономиялы округы-Юграның Нижневартовск ҡалаһында үтәсәк.

"Белем" төбәк-ара мәғариф фестивале уҙғарыла"Белем" төбәк-ара мәғариф фестивале уҙғарыла
"Белем" төбәк-ара мәғариф фестивале уҙғарыла

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт телен популярлаштырыу һәм Рәсәй төбәктәренән һәләтле балаларҙы йәлеп итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының юғары белем биреү ойошмаларында йыл һайын "Белем" төбәк-ара белем биреү фестивале уҙғара.

Быйыл Фестиваль 24 мартта Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында, 6 апрелдә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында, 7 апрель Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында һәм 15 апрель Ханты-Манси автономиялы округы-Юграның Нижневартовск ҡалаһында үтәсәк.

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмалары: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, Республика инженер лицей-интернаты, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеменәдге Республика гимназия-интернаты, Сибай гимназия-интернаты ҡатнаша.

Фестиваль сиктәрендә 11-17 йәшлек балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм түбәндәге йүнәлештәр буйынса интерактив майҙансыҡтар ойошторола:
- милли музыка ҡоралдарында уйнау;
- нейрофизиология;
- ракета төҙөлөшө;
- робот техникаһы;
- квест-марафон.

Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә (законлы вәкилдәренә) Башҡортостан Республикаһының инновацион мәктәптәргә уҡыусыларҙың ҡабул итеү, юғары уҡыу йорттары, йәшәү шарттары һәм өҫтәмә белем биреү программалары буйынса консультация өҫтәле эшләйәсәк.

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас