+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2023, 12:11

"Ил һаҡсылары, алға!" спорт-мәғариф уйындары

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 4В синыфы уҡыусылары еңеү яулап, 2-се урын алып, бик шатланып каникулдарын башлап ебәрҙе.

"Ил һаҡсылары, алға!" спорт-мәғариф уйындары
"Ил һаҡсылары, алға!" спорт-мәғариф уйындары

2023 йылдың 24 мартында Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 4В класы уҡыусылары "Ил һаҡсылары, алға!" спорт-мәғариф уйындарының зональ этабында Киров районы исеменән сығыш яһаны. Был мәртәбәле сарала Өфө ҡалаһынан һәм районынан, Нуриман районынан да уҡыусылар килгәйне.
Командалар араһында ярыш бик көсөргәнешле барҙы: балалар экологик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса тәбиғәттә һыуҙы таҙартыу, эремсекте боҙолоуын билдәләү ысулдары тураһында ла һөйләне.

Робототехника этабында уҡыусылар үҙ ҡулдары менән машинаны йыйҙы, тыуған яҡты өйрәнеү этабында иһә Өфө ҡалаһындагы театрҙар, һәйкәлдәр, музейҙар, парктар, мәсет - сиркәүҙәр, Башҡортостандағы йылға-күлдәр һәм башҡа тәбиғи объекттар тураһында ихлас яуап бирҙе. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында ла уҡыусылар бик яҡшы мәғлүмәтле ине. Ауырыу кешегә тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса һорауҙарга ла дүртенселәр дөрөҫ яуап биреп һоҡландырҙы.
Киров районынының "Шайморатовсылар" отряды еңеү яулап, 2-се урын алып, бик шатланып каникулдарын башлап ебәрҙе.

"Ил һаҡсылары, алға!" спорт-мәғариф уйындары
"Ил һаҡсылары, алға!" спорт-мәғариф уйындары
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: