+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2023, 18:05

"Уфтанма", беҙҙе ҡара!

Көлкө кисәһенә саҡыралар.

"Уфтанма", беҙҙе ҡара!
"Уфтанма", беҙҙе ҡара!

Көлкө кисәһе Stand-Up форматында үтәсәк

7 апрелдә "УФТАНМА"  башҡорт ижадханаһының сираттағы сараһы Stand-Up форматында үтәсәк. Унда Stand-Uper сифатында  Шәһит Хамматов, Нияз Абдуллин, Рәлиә Йәһүҙина (Рәлиә Королек), Айҙар Шәмсетдинов, Дания Ғөбәйҙуллина, Рәмзил Сәлмәнов, Зөлфәр Әхмәтов, Розалина Ибраһимова ҡатнашасаҡ. Улар үҙҙәренең тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе тоҙло-боросло, матур-татлы итеп тамашасыға һөйләргә вәғәҙәләй.

  • Беҙ был юлы "УФТАНМА" башҡорт ижадханаһының сираттағы сараһын Stand-Upҡа йүнәлтергә булдыҡ, сөнки был жанр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең башҡорт йәштәре араһында һуңғы арала ни өсөндөр юғалып ҡалды, шуға ла уны ҡабаттан тергеҙергә уй-ниәт бар. Сара шуның менән әһәмиәтле – унда Айҙар Шәмсетдинов, Дания Ғөбәйҙуллина, Рәмзил Сәлмәнов, Зөлфәр Әхмәтов кеүек Өфө башҡорт драма һәм милли йәштәр театры актерҙары ла ҡатнашасаҡ. Улар үҙҙәренең тормошонан мажаралы ваҡиғаларҙы тамашасыға һөйләмәксе. Килгән кешеләр ул хәлдәрҙә үҙҙәрен дә танырҙар, моғайын, - тип һөйләй ойоштороусыларҙың береһе М.Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов.

Сара 7 апрель 19:00 сәғәттә Кустарная урамы, 17-се йорт адресы буйынса үтәсәк.

Билеттар алыуҙа Пушкин картаһы программаһы эшләй: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte/7782-stand-up-uftanma

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (927) 333-95-56.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: