+9 °С
Облачно
Яңылыҡтар
27 Марта 2023, 04:00

Башҡортостанда мәктәп уҡытыусыларының эш хаҡының төп өлөшө арттырыла

Башҡортостанда мәктәп уҡытыусыларының хеҙмәт хаҡының төп өлөшөн арттырыу планлаштырыла, тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда мәктәп уҡытыусыларының эш хаҡының төп өлөшө арттырылаБашҡортостанда мәктәп уҡытыусыларының эш хаҡының төп өлөшө арттырыла
Башҡортостанда мәктәп уҡытыусыларының эш хаҡының төп өлөшө арттырыла

Башҡортостанда мәктәп уҡытыусыларының хеҙмәт хаҡының төп өлөшөн арттырыу планлаштырыла, тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, әле Рәсәйҙең Финанс һәм Мәғариф министрлыҡтары менән берлектә уны 35% алып 65% тиклем арттырыу тураһында мәсьәлә өйрәнелә.

«Һәр уҡытыусының был сумманы даими аласағына ышаныуы мөһим. Башҡа өҫтәмәләр белгестең эше, инициатива күрһәтеүе һәм әүҙемлеге өсөн түләнә. Был яҡшы этәргес. Уҡытыусы һәм остаз йылы беҙгә федераль кимәлдә берҙәм позиция ҡабул итергә мөмкинлек бирер тип ышанам, былтыр уҡ планға ярашлы өс йыл дауамында яңы форматҡа күсеү буйынса республика методикаһын әҙерләнек», — тине Айбулат Хажин.
Автор:Иван Вавилов
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас