

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева 1943 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. Урта белем алғас, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы - башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).