

Ил - Йортобоҙҙа тәүге аҙымдар Яһаған тәүге бүлексәне - "БЕРЕНСЕЛӘР" балалар һәм йәштәр хәрәкәте ойошмаһын бөгөн Байназар урта мәктәбендә асыу тантанаһы булды. Был мәртәбәле сарала мәктәптең Яуымбай, Мораҙым, Мәһәҙей филиалдары мәктәптәре уҡыусылары һәм уҡытыусы - кураторҙары ла бик әүҙем ҡатнаштылар. Рәсәй һәм Башҡортостан байраҡтары индерелеп, алып барыусылар сараны асыҡ, тип иғлан итте. Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы гимндары Яңғыраны.
Рәсәй балалар һәм йәштәрҙең "Беренселәр хәрәкәте"нә инеүсе уҡыусылар декларация менән танышҡандан һуң, "Беҙ - беренселәр" исемле видеоролик ҡарап алдылар.
Ойошмаға инеүсе уҡыусыларға вәғәҙәнең йөкмәткеһен иҫтәренә төшөрөү миссиЯһы Яуымбай мәктәбенең алдынғы уҡыусыларының береһе Илназ Азанғоловҡа тапшырылды. Шунан һуң, уҡыусылар үҙҙәре тантаналы вәғәҙә бирҙеләр.
Балаларҙың һәм йәштәрҙең буш ваҡыттары һөҙөмтәле, файҙалы үтһен өсөн, Яңы дуҫтар табып, дөрөҫ һөнәр һайлап, алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаған кешеләрҙе тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған был ойошма артабан Яңынан -Яңы Яҡшы ҡаҙаныштарға өлгәшеренә өмөт ҙур икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды был сарала.
Байназар мәктәбендә һәм уның филиалдарында һәләтле уҡыусылар бик күп.Спорт, әрмегә әҙерләү һәм башҡа йүнәлештәрҙә мәктәп уҡыусылары бер ваҡытта ла һынатмайҙар.
Сара һәләтле уҡыусыларҙың сағыу сығыштары менән байытылды. Мәһәҙейҙән килгән башланғыс класс уҡыусылары илебеҙҙе данлап, йыр башҡарҙы.
Хеҙмәт тәрбиәһе ойошманың төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Был йәһәттән, уҡыусыларға Яуымбай мәктәбенең 9 - сы класс уҡыусыһы - оҫта ҡуллы Илназ Азанғолов үҙенең оҫталыҡ эштәренән оҫталыҡ класы күрһәтте.
Бөтә тәүге бүлексәгә инеүселәр бергәләп Рәми Ғарипов һүҙҙәренә, Артур Туҡтағолов эшкәртеүендәге "Салауат батыр" йырын башҡарҙылар һәм эш, дуҫлыҡ, намыҫлылыҡ өсөн хеҙмәт итергә һәр ваҡыт әҙер булыуҙарын белдерҙеләр.
Сараны тәрбиә һәм балалар ойошмалары менән бәйләнеш буйынса Байназар мәктәбе директоры кәңәшсеһе Гүзәл Ринат ҡыҙы Ҡыуандыҡова менән Яуымбай мәктәбенең тәүге бүлексә кураторы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәховалар ойошҡанлы, йәнле итеп алып барҙылар.
В школе д. Байназарово - церемония открытия первичного отделения российского движения детей и молодёжи "Движение первых".
В МОБУ СОШ д.Байназарово МР БурзЯнский район РБ состоЯлось торжественное открытие первичного отделениЯ российского движения детей и молодежи «Движение первых».
В мероприятии приняли участие учащиесЯ и учителЯ - кураторы из Яумбаевского, Мурадымовского и Магадеевского филиалов.
Мероприятие прошло в формате диалога на тему «Развитие движения среди учащихсЯ».
УчащимсЯ ведущие рассказали о том, что Российское движение детей и молодёжи образовано по распоряжению Президента России Владимира Путина, ее учредительное собрание состоялось 20 июля 2022 года. Свое название «Движение Первых» получило по итогам голосования на I съезде Российского движения детей и молодёжи в Москве, который проходил с 18 по 20 декабря. Делегаты также утвердили 12 направлений работы и 11 общих ценностей, среди которых «Жизнь и достоинство», «Патриотизм», «Добро и справедливость», «Созидательный труд», «Крепкая семья» и другие.
Среди основных миссий участников – «Быть с Россией», «Быть человеком», «Быть вместе», «Быть в Движении», «Быть первыми». Организаторами мероприятия выступили Министерство просвещения Российской Федерации и Федеральное агентство по делам молодёжи (Росмолодёжь).
Деятельность Движения направлена на организацию досуга, создание возможностей для всестороннего развития и самореализации, а также профессиональную ориентацию детей.
Вступить в Движение можно с шести лет. Участниками могут быть несовершеннолетние, обучающиеся по программам начального общего, основного общего, среднего профессионального и высшего образования.
#НавигаторыДетства
#Росдетцентр
#РДДМ
#Первичноеотделение
#ДвижениеПервых