"Бөтәһе лә Еңеү өсөн!" девизы аҫтында Бөрйән районы Кейекбай ауылы халҡы дәррәү генә йыйылып, мәҙәниәт йортона маскировка селтәре эшләргә өмәгә сыҡты. "Башланған эш - бөткән эш" тигәндәй, көн оҙоно эшләгән күләмле эш тамамлап оҙатылды ла инде. Шуныһы ҡыуаныслы,был эшкә үҫмерҙәр ҙә әүҙем генә ҡушылды. Тимәк, каникулдар файҙалы үтә.