+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель 2023, 15:45

Басир Мәһәҙиевтең «Хазиналы тауҙарым» китабының исем туйы үтте.

Йыл һайын апрель айының беренсе йәкшәмбеһендә, һутҡа тулышҡан тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянған мәлдә, ер йөҙөндәге иң тыныс, иң серле, ләкин бик кәрәкле һөнәр эйәләре—геологтар үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй. 

Басир Мәһәҙиевтең «Хазиналы тауҙарым» китабының исем туйы үтте.
Басир Мәһәҙиевтең «Хазиналы тауҙарым» китабының исем туйы үтте.

Йыл һайын апрель айының беренсе йәкшәмбеһендә, һутҡа тулышҡан тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянған мәлдә, ер йөҙөндәге иң тыныс, иң серле, ләкин бик кәрәкле һөнәр эйәләре—геологтар үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан китапхана залында ғалим-геолог, геология -минералогия фәндәре кандидаты Басир Мәһәҙиевтең «Хазиналы тауҙарым» китабының исем туйы үтте. Сараға Б.Мәһәҙиевтең тормош иптәше Сәүиә Гәрәй ҡыҙы, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтар йыйылды. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интеранаты директоры Илнур Рифат улы Сәлихов һүҙ башланы. Һәр яңы китап уңған тәрбиәсе лә, һәйбәт уҡытыусы ла икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, ошондай матур сараларҙың дауамлы булыуын теләне.
Геолог өсөн һәр бер таш – ул үҙе бер тарих, донъя тарихы. “Ҡайҙа, ниндәй таш тоҡомдары ята, улар нисә миллион йыл элек барлыҡҡа килгән, ҡасан, ниндәй үҙгәрештәр кисергән?”-тигән һорауҙарға яуапты геолог-ғалим Басир Мәһәҙиевтең китабынан табырға була. Тормош иптәше Сәүиә Гәрәй ҡыҙы, авторҙың васыяты булараҡ ҡулъяҙмаларынан китап сығарыуға өлгәшкән дә инде.

Педагог-библиотекарь Фазлыева З.М.

Басир Мәһәҙиевтең «Хазиналы тауҙарым» китабының исем туйы үтте.
Басир Мәһәҙиевтең «Хазиналы тауҙарым» китабының исем туйы үтте.
Басир Мәһәҙиевтең «Хазиналы тауҙарым» китабының исем туйы үтте.
Басир Мәһәҙиевтең «Хазиналы тауҙарым» китабының исем туйы үтте.
Автор:Зөбәржәт Фазлыева
Читайте нас: