

Милли кейем көнөнә арналған өр-яңы конкурс иғлан итәбеҙ. Конкурс шарттары шулай: милли кейем йәки милли биҙәк төшөрөлгән кейем кейеп (башығыҙға бер түбәтәй, таҡыя, йәки ҡалпаҡ кейеп торһағыҙ ҙа була) башҡорт телендә шиғыр һөйләп төшөрөлгән видеоғыҙҙы “Аманат” журналының «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөнә #КейемемдәШиғырымдаБашҡортса хештегы менән ҡуйырға кәрәк. “Аманат”тың төркөмөнә яҙылғандар ғына ҡатнаша.
Конкурсҡа йомғаҡ 20 апрелдә яһаласаҡ. Бөтәһе өс еңеүсе билдәләнә һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.