+10 °С
Ясно
Яңылыҡтар
5 Апреля 2023, 10:59

"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы.

Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының технопаркында "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының исем туйы уҙҙы.  "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проекты башҡорт телен өйрәнеү өсөн Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тәрбиәселәр эшен ғилми-педагогик яҡтан тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы."Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы.
"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы.

Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының технопаркында "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының исем туйы уҙҙы.  "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проекты башҡорт телен өйрәнеү өсөн Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тәрбиәселәр эшен ғилми-педагогик яҡтан тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Йосопова  Гөлназ Рәүил ҡыҙы башлап ебәрҙе. ““Әкиәттә ҡунаҡта” исемле дидактик материал беҙҙең балалар баҡсаһы өсөн тәғәйенләнгән. Әкиәттәр менән сағыу китаптар, кубиктар, пазлдар әҙерләнде һәм баҫтырылып сығарылды. Китапта төрлө халыҡтарҙың 15 әкиәте тәҡдим ителде. Был барлыҡ телдәр Башҡортостандың белем биреү ойошмаларында өйрәнелә.

Проект сиктәрендә әҙерләнгән әкиәттәр менән сағыу китаптар, кубиктар, пазлдар буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округының 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 277-се балалар баҡсаһы муниципаль бюджет учреждениеһында асыҡ дәрестәр үтте. Балалар дәрес барышында китапта булған төрлө халыҡ әкиәттәре менән танышты, башҡорт телендә яңы һүҙҙәр ятланы, йөкмәткеһе буйынса бәләкәй генә сәхнә ҡуйҙы, яңы техника буйынса һүрәттәр эшләне һәм дәрес аҙағында, ике командаға бүленеп, кубоктар һәм пазлдар йыйыу буйынса ярышты. Был сағыу  дидактик материал авторҙары – БДПУ уҡытыусылары Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, Галина Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы, Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы.

Шулай уҡ квалификация күтәреү курстарында 120 тәрбиәсе ҡатнашты, ҡатнашыусылар барлыҡ республиканан булыу сәбәпле, уҡытыу онлайн форматта үткәрелде. Уҡыу программаһы 3 өлөштән торҙо: "Педагогтың норматив базаһы" , "Мәктәпкәсә белем биреү технологияһы" һәм "Педагогтың профессиональ компетентлығы". Дәрестәр 8 ноябрҙән 22 ноябргә тиклем барҙы” – тине Гөлназ Рәүил ҡыҙы.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы.
"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы.
"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы.
"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы.
"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы.
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас