

Иглин ауылында урындағы мәктәптә ҡыҙыҡай класташтарына бысаҡ менән ташланған. Уҡыусы ҡыҙҙар бөтәһелә 2009 йылғылар. "Башинформ" хәбәр иткәнсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 14 йәшлек уҡыусы бер ҡыҙҙын ҡулын, икенсеһе – муйынын киҫкән.
Әлеге ваҡытта мәктәп хеҙмәткәрҙәре табиптар күҙәтеүендә. Уларҙың ғүмеренә бер нәмә лә янамай.
"Уҡыусыларҙың хәле тотороҡло, кәрәкле ярҙам күрһәтелә. Зыян күреүселәргә дауаханаға һалыу талап ителмәй ", - тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәҙәттән тыш хәл тураһында полицияға Иглин ауылының уҡыу йортонан хәбәр килгән.
"Етенсе класс уҡыусыһының береһе мәктәптә ике класташтан йәрәхәтләгән. Ваҡиға урынына шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре килгән, улар әлеге ваҡытта хоҡуҡ боҙоусы менән эшләй", - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Ни өсөн шундай аҙымға ул барған, нимә сәбәпсе булған, шулай уҡ нисек бысаҡты мәктәпкә алып ингәнен әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлаусылар асыҡлай.
фото: Башинформ