+11 °С
Облачно
Яңылыҡтар
6 Апреля 2023, 03:43

Глобаль йылыныу йәки Өфөләге температура рекордтары хаҡында бер нисә кәлимә һүҙ

Өфөлә дүртенсе көн рәттән һауа температураһы рекорд ҡуя.  

Глобаль йылыныу йәки Өфөләге температура рекордтары хаҡында бер нисә кәлимә һүҙГлобаль йылыныу йәки Өфөләге температура рекордтары хаҡында бер нисә кәлимә һүҙ
Глобаль йылыныу йәки Өфөләге температура рекордтары хаҡында бер нисә кәлимә һүҙ

Өфөлә дүртенсе көн рәттән һауа температураһы рекорд ҡуя.

Бынан алдағы абсолют максимум Өфөлә 23 йыл элек теркәлгән булған.

Өфөлә дүртенсе көн рәттән температура рекордын уҙып китте: Шаршамбы, 5 апрелдә, Дим метеостанцияһында үлсәү приборҙары + 19,2 ° күрһәтте. Бынан алдағы абсолют максимум Өфөлә 23 йыл элек теркәлгән һәм + 16 градус тәшкил иткән. Был хаҡта Башҡортостан Гидрометеорология үҙәге хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ваҡытта Өфөлә тәүге температура рекорды йәкшәмбе, 2 апрелдә, билдәләгән. Ул һуңғы 45 йыл үҙгәрмәй килде. 3 һәм 4 апрелдә Башҡортостандың баш ҡалаһында 1995 йылдан алып килгән һауа торошо максимумы күҙәтелде.

Gismeteo сервисы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 6 апрелдә, Өфөлә лә юғары температура көтөлә. Көндөҙ термометр + 17 ° тиклем күтәрелә. Ә бына 7 апрелдә бер аҙ һалҡынайта: + 8 градусҡаса ҡына йылына.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас