-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2023, 19:41

“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды

Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыусылар араһында “Юрматы мәргәне” тип аталған уҡтан атыу буйынса ярыш үтте.

“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды

Бөтәһе 50-нән ашыу бала ҡатнашты, уларҙан 35 бала - 2-се «Аҡтайлаҡ» башҡорт гимназияһының уҡсылар клубы тәрбиәләнеүселәре, ҡалғандары Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм Федоровка районынан.
«Аҡтайлаҡ» түңәрәге етәксеһе Зөһрә Кинйәбаева һүҙҙәренсә, балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә, уларҙың һәр береһенең үҙ уҡ-йәйәләре бар. Командаға гимназия етәкселеге, бағыусылар һәм ата-әсәләр ҙур ярҙам күрһәтә.
Быйыл “Юрматы мәргәне” ярышы тәүгә ойошторолдо, киләсәктә уны республика кимәленә сығарыу күҙаллана.

Автор: Гөлнора Йәмилева

Автор фотоһы

Автор: "Торатау" гәзите
Читайте нас