+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
7 Апреля 2023, 08:22

Өфөгә "Мостай Кәрим" киләсәк

Өфөлә тәүге тапҡыр дүрт палубалы "Мостай Кәрим" теплоходы килә. Ҡасан?

Өфөгә "Мостай Кәрим" киләсәкӨфөгә "Мостай Кәрим" киләсәк
Өфөгә "Мостай Кәрим" киләсәк

Мостай Кәрим исемендәге фонды сайтында хәбәр ителеүенсә, ошо мөһим ваҡиға өсөн туристар өсөн башҡорт мәҙәниәте менән танышыу өсөн тематик программа ҡаралған. Пассажирҙарҙы мауыҡтырғыс экскурсиялар һәм башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең әҫәре буйынса "Ярлыҡау" фильмының премьераһы көтә.

Өфөлә "Мостай Кәрим" теплоходы ике көн буласаҡ (2-3 май).

 Белешмә:

"Мостай Кәрим" теплоходы 2019 йылдың 11 сентябрендә һыуға төшөрөлдө һәм һуңғы 60 йылда Рәсәй верфына төҙөлгән беренсе пассажир теплоходына әйләнде. Уңайлы дүрт палубалы лайнер юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм "йылға-диңгеҙ" класына ҡарай. 309 кеше дөйөм пассажирға иҫәпләнгән. "Мостай Кәрим" тиҙлеген 22,5 километрға тиклем еткерә ала.

Фото: mustai.ru сайтынан

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас