+21 °С
Облачно
Яңылыҡтар
7 Апреля 2023, 11:11

Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды

Өфөлә “Үргә ос!” республика мәктәп мәғарифы форумы үҙ эшен тамамланы. Сара 6-7 апрелдә “Торатау” конгресс-холында уҙҙы.

Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамландыӨфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды
Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды

Уҡытыусы һәм остаз йылында беҙҙең төп бурыс - педагог һөнәрен популярлаштырыу. Әлбиттә, тәү сиратта форумда педагог һөнәрен киңерәк танытыу алымдарын, кадрҙар дефицитын тикшерәсәкбеҙ. Шулай уҡ мәктәптәрҙең матди базаһын нығытыуға, уҡытыусыларға, шул иҫәптән мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән проекттар ҡараласаҡ. Шулай уҡ уңышлы методик тәжрибәләр менән уртаҡлашырға тырышырбыҙ, - тип билдәләне Айбулат Хажин.

Сара кисә ете  майҙансыҡта һәләтле балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү мәсьәләләрен, уҡытыусыларҙы аттестациялау системаһындағы үҙгәрештәрҙе, яңы белем биреү программаларын һәм мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә идара итеү хаҡында фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне.

Белеүебеҙсә, беренсе “Үргә ос!” форумы 2019 йылда Радий Хәбировтың башланғысы буйынса уҙҙы. Быйыл иһә бишенсе тапҡыр үткәрелгән “Үргә ос!” форумы үҙенең кәрәкле булыуын иҫбатланы һәм күләмле сара статусын алды. Бынан алда уҙғарылған форумдарҙа биш көнлөк уҡыу режимына күсеү, йәш уҡытыусыларға гранттар бүлеү, полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү, берҙәм тәрбиәүи киңлек булдырыу (“Тематик шәмбеләр”), мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыу һәм башҡа башланғыстарға бәйле мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.

Форумдың беренсе көнөндәге майҙансыҡтарҙың эшендә 500-гә яҡын кеше – уҡытыусылар, белем биреү учреждениелары етәкселәре, ҡала һәм райондарҙың мәғариф бүлектәре вәкилдәре, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәселәре һәм педагогтары ҡатнашты.

Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды
Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды
Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды
Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды
Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды
Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды
Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды
Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды
Өфөлә “Үргә ос!” форумы тамамланды
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас