

Ишембай ҡалаһында "Юрматы ырыуы батыры" кубогына милли көрәш буйынса ярыштар һәм балалар араһында "Юрматы ырыуы мәргәне" бәйгеһе үтте.
Ишембай районы башҡорттары ойошторған сараға төрлө райондарҙан спортсылар һәм ҡунаҡтар йыйылды. Көсөргәнешле ярышта еңеүселәр билдәләнде, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бөгөнгө йәштәрҙең спортҡа ылығыуы, сәләмәт тормош алып барыуы беҙҙең киләсәгебеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа булыуын, халҡыбыҙҙың милли йолалары, спорт төрҙәре һаҡланасағына ҙур өмөттәр тыуҙыра.
Данир Ғәйнуллин