+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
10 Апреля 2023, 07:11

Дәүләкәндә Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала донъяға килгән

«Быйыл изге Рамаҙан айының тәүге көнөндә — 23 мартта ҡыҙыбыҙ Ынйы тыуҙы.

Дәүләкәндә Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала донъяға килгәнДәүләкәндә Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала донъяға килгән
Дәүләкәндә Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала донъяға килгән

Дәүләкән районында Ҡорманаевтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала тыуған. 39 йәшлек Гөлназ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашҡан.

«Быйыл изге Рамаҙан айының тәүге көнөндә — 23 мартта ҡыҙыбыҙ Ынйы тыуҙы. Һау-сәләмәт, бәхетле бул! Һәр саҡ терәк булған яратҡан иремә һәм ғаиләмә рәхмәт! Мин һеҙҙе ныҡ яратам!!!» — тип яҙған бәхетле әсә. Ул Республика перинаталь үҙәге һәм Дәүләкән район дауаханаһы табиптарына рәхмәт белдергән.

Әйткәндәй, Ынйы — Ҡорманаевтарҙың татыу ғаиләһендә алтынсы ҡыҙ. Быға тиклем «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡ булған Гөлназ менән Айнур 5 малай, 5 ҡыҙ тәрбиәләй ине.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-10/v-mnogodetnoy-semie-kurmanaevyh-iz-bashkirii-rodilsya-11-y-rebenok-3213034

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас