+8 °С
Облачно
Яңылыҡтар
12 Апреля 2023, 04:19

Рәсәйҙә балаларға вейп һатыу тыйылды

Дәүләт Думаһы депутаттары 11 апрелдә бәлиғ булмағандарға вейп һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙә балаларға вейп һатыу тыйылдыРәсәйҙә балаларға вейп һатыу тыйылды
Рәсәйҙә балаларға вейп һатыу тыйылды

Дәүләт Думаһы депутаттары 11 апрелдә бәлиғ булмағандарға вейп һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте. Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин үҙенең телеграм-каналында ошо хаҡта белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, закон сығарыусыларҙың күпселеге әлеге башланғысты хуплаған.

«Был бит балаларыбыҙҙың һаулыҡ мәсьәләһе. Вейп өсөн шыйыҡсаларҙа ауыр металдар, башҡа химик матдәләр бар, уларҙың организмға эләгеүе яман шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын бермә-бер арттыра. Вейптың ағыулы парҙары тын алыу юлдарының тарайыуына сәбәпсе була», - тип хәбәр итте парламент рәйесе.

Зарарлы ғәҙәттең балаларҙың сәләмәтлегенә йоғонтоһо һәм хәүефле моданың ҡайҙан килеп сығыуы тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-04-11/v-rossii-zapretili-prodavat-veypy-detyam-3215877

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас