+8 °С
Облачно
Яңылыҡтар
13 Апреля 2023, 12:30

Иғтибар! Һауа торошо үҙгәрә

Көслө ел, ҡар һәм боҙлауыҡ көтөлә ти синоптиктар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иғтибар! Һауа торошо үҙгәрәИғтибар! Һауа торошо үҙгәрә
Иғтибар! Һауа торошо үҙгәрә

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана: республикала урыны менән елдең тиҙлеге секундына 26 метрға етеүе, көньяҡта сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

14 апрелдә көн аяҙлы-болотло була. Яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында ямғыр, епшек ҡар, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 15-20 метр, урыны менән тиҙлегенең секундына 26 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0, +5, төньяҡта -2, -7°, көндөҙ +2, +7°. Республиканың көньяғында юлдарҙа күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.

Илнара Йыһаншина фотоһы. Бөрйән районы, Байназар ауылы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас