+19 °С
Ясно
Яңылыҡтар
17 Апреля 2023, 09:04

Вау!!! “Аманат”тың алағарай һаны донъя күрҙе!

 Журналыбыҙҙың яңы һаны күптән әҙер инде! Шулайҙа нимәләр бар икән “Аманат”та, тиһегеҙме?

Вау!!! “Аманат”тың алағарай  һаны донъя күрҙе!Вау!!! “Аманат”тың алағарай  һаны донъя күрҙе!
Вау!!! “Аманат”тың алағарай һаны донъя күрҙе!

 Журналыбыҙҙың яңы һаны күптән әҙер инде! Нимәләр бар икән “Аманат”та, тиһегеҙме?

Журналыбыҙ тышын  Белорет ҡалаһының 1-се мәктәбенең алдынғы уҡыусыһы, оҫта бейеүсе конкурстар еңеүсеһе Илмир Ниғайғолов биҙәне.

Ә сығарылыш уҡыусыларына нисек БДИ тапшырырға әҙерләнергә? Сәлимә апайығыҙҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ әле. “Һынау көтә” тигән мәҡәлә ун беренселәр өсөн бик файҙалы булмаҡсы.

“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһенә Бөрйән, Борай, Туймазы райондарынан уҡыусыларҙың эштәре күпләп килде. Улар журнал биттәрендә донъя күрҙе.

“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында был юлы Тележурналист, Телерадиосәнғәт, Мәктәп-студияһы директоры, уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Евразия телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманованың бала саҡ хәтирәләре баҫылды. Бәләкәй саҡта ниндәй ауырлыҡтарға осраған ул, ниндәй шуҡлыҡтары өсөн уға эләккән – былар тураһында беҙҙең журналда уҡырһығыҙ.

Дуҫтар! Журналыбыҙға 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар ҡиммәтле бүләктәр: велосипед, скейтборд, туп, һауыт-һаба йыйылмаһына эйә була ала!

Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла дауам итә.

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас