+23 °С
Ясно
Яңылыҡтар
25 Апреля 2023, 03:21

Өфөгә хәрби техника килә

Еңеү көнөндә Өфөлә хәрби техника менән парад ойошторола

Өфөгә хәрби техника киләӨфөгә хәрби техника килә
Өфөгә хәрби техника килә

Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Еңеү көнөндә Өфөлә хәрби техника менән парад ойоштороласағын әйтте.

Радий Хәбиров район хакимиәттәре башлыҡтарын Рәсәйҙең төп байрамын — Еңеү көнөн билдәләүгә ҙур иғтибар бирергә саҡырҙы. Республика хөкүмәтенә байрамға әҙерлек барышы тураһында мәғлүмәт әҙерләргә ҡушылды.

- Беҙҙә хәрби парад үткәрелә, балалар ҙа ҡарарға килә. Күнекмәләр була, был хаҡта мәғлүмәт бирегеҙ, — тине республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-24/na-den-pobedy-v-ufe-sostoitsya-voennyy-parad-s-voennoy-tehnikoy-3231867

Фото: Рәзил Бикбулатов

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас