Район мәктәптәре уҡыусылары ла ирекмәндәргә һәм мобилизацияланғандарға ярҙам итә. Берҙәмлектә - беҙҙең көсөбөҙ! Район мәктәптәрендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар илдең яңы биләмәләрендә уның мәнфәғәттәрен яҡлаусы яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре етештерә башланы, бөгөнгө көндә ун мәктәп акцияға әүҙем ҡушылды. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре был тәҡдимде хупланы һәм эште ҡыҙыулатты. Материалдар һатып алыуҙа район эшҡыуарҙары ла ярҙам итә. Ләкин тәүҙә бөтә уҡытыусылар, балалар үреү нигеҙҙәрен, йәғни ҡағиҙәләрҙе (технологиялар) үткән. Райондың йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем ҡушылды. Ярҙамсыларына ла эш табылды: кемдер таҫманы киҫеп ташлай, икенселәр уны селтәргә бәйләй. Һәр күнекмәгә ҡул эше оҫталары ҡулдарының йылыһын ғына түгел, шулай уҡ хәҙер һаҡсыларыбыҙға бик кәрәкле доғаларҙы ла һала. Беҙҙең оҫталар яһаған әйберҙәр балаларға хәрби бурыстарын уңышлы үтәргә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Данил Акилов
Фотола: Яңы Таймас, Яҡшымбәт