+10 °С
Ясно
Яңылыҡтар
2 Мая 2023, 06:15

Тәмлекәс

Ҡамыр өсөн: он - 3 стакан, кефир - 1 стакан, сода - 1 бал ҡалағы, тоҙ – тәменсә.Эслек өсөн: бәрәңге - 400 грамм, брынза сыры йәки сулугуни - 300 грамм, аҡ май.

ТәмлекәсТәмлекәс
Тәмлекәс

🔸Бешкән бәрәңгене ҡайнар килеш төйәбеҙ, сырҙы эре ыуғыстан ыуабыҙ һәм һыуһыл булһын өсөн, аҡ май ҡушабыҙ. Кәрәк тиклем тоҙ өҫтәйбеҙ.

🔸Бәрәңге менән икеһен болғатабыҙ. Иҙмәне тигеҙ 4-5 өлөшкә бүлеп түңәрәкләп әҙерләп ҡуябыҙ.

🔸 Һауытҡа кефир, семтем тоҙ, сода ҡушып, барыһын бергә болғатабыҙ, он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы шулай уҡ 4-5 тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ.

🔸Әлеге киҫәктәрҙе йәйеп, уртаһына эслекте һалабыҙ һәм ҡамырҙың баш – баштарын семетеп, эслекте ҡамыр эсендә ҡалдырыр өсөн, бешкән ваҡытта асылмаҫлыҡ итеп, бик яҡшылап йыйнайбыҙ. Шунан уҡлау менән булдыра алған ҡәҙәр йоҡа итеп ҡамырҙы тигеҙләйбеҙ, йәйәбеҙ.

🔸 Ҡоро, ҡыҙған табала йәймәне ике яғынан бешереп алабыҙ. Эретелгән аҡ май менән майлап табынға ҡуябыҙ.

Автор:Файҙалы кәңәштәр
Читайте нас