+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май 2023, 15:58

Ярлы Кәрим уҡыуҙары

Бишбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге Айыт дөйөм белем биреү мәктәбендә шиғыр бәйгеһе үтте. Сарала Ярлы Кәрим ижады буйынса тасуири уҡыуҙарҙа еңгән район уҡыусылары ҡатнашты. Кемдәр еңеүсе? Беҙҙең видеояҙма:

Ярлы Кәрим уҡыуҙары
Ярлы Кәрим уҡыуҙары

Бишбүләк районы Айыт мәктәбендә шиғыр бәйгеһе, Ярлы Кәрим уҡыуҙары үтте.

1-се урын:

Радмила Сәфәрғәлиева (Ҡаныҡай мәктәбе)

Илүзә Хәмитова (Йылболаҡтамаҡ мәктәбе)

2-се урын:

Эмиль Хәкимуллин (Айыт мәктәбе)

Данияр Сәйетғәлиев (Айыт мәктәбе)

Зилә Ғәйзуллина (Йылболаҡтамаҡ мәктәбе)

Альмира Камалетдинова (Бишбүләк ауылының 3-сө мәктәбе)

3-сө урын:

Азалия Махиянова (Айыт мәктәбе)

Индира Гәрәева (Ҡаныҡай мәктәбе)

Руслан Саниев (Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбе)

Алмаз муллағолов (Ҡаныҡай мәктәбе)

Регина Сәлихова (Айыт мәктәбе)

Сәмерхән Зөбәйзуллин (Киҫтәнле-Боғҙан мәктәбе)

Ағалы-энеле бер туған шағирҙар Ғабдулла һәм Фәтих Кәримовтар сығышы менән Бишбүләк районының Айыт исемле башҡорт ауылында тыуған. Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримовтың исеме, ҡустыһы Фәтих Кәрим менән бер рәттән, ниһайәт, тыуған яғына әйләнеп ҡайтты.

Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримов (16 июнь 1901 йыл—1937 йыл) — башҡорт шағиры, журналист, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, 1917—1919 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919 йылда Ярлы Кәрим сәйәси комиссар вазифаһында башҡорт ғәскәрҙәре сафында Петроградты һаҡлай. 1920-26 йылдарҙа «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Башҡортостан» гәзите редакцияларында эшләй. Фронтта алған ауыр яраларҙан йүнәлә алмай, 36 йәшендә генә вафат була.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: