+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2023, 18:37

"Аманат"тар беҙҙә ҡунаҡта...

3 май мәктәбебеҙҙә "Аманат" журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова, баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов һәм йәш, һәләтле йырсы Айбулат Ҡарағолов ҡунаҡта булдылар.

"Аманат"тар беҙҙә ҡунаҡта...
"Аманат"тар беҙҙә ҡунаҡта...

3 май мәктәбебеҙҙә "Аманат" журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова, баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов һәм йәш, һәләтле йырсы Айбулат Ҡарағолов ҡунаҡта булдылар. Айбулат уҡыусылар өсөн матур йырҙарын йырлаһа, Зөбәржәт апай 90 йыллыҡ бай тарихы булған балалар журналы биттәренә байҡау яһап, балаларға төрлө һорауҙар бирҙе. Дөрөҫ яуап биргән уҡыусыларға "Аманат" журналын бүләк итте. Бурлы мәктәбе байтаҡ йылдар дауамында "Аманат" журналы менән хеҙмәттәшлек итә. Уҡыусылар журналға теләп яҙыла. Бының өсөн ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да бәйләнеште өҙмәҫкә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға яҙһын.

https://vk.com/wall-211035724_514 

"Аманат"тар беҙҙә ҡунаҡта...
"Аманат"тар беҙҙә ҡунаҡта...
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: