+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
7 Мая 2023, 04:40

Ә һеҙ ҡаҡы яратаһығыҙмы?

Ҡаҡыны йәш сағында ғына ҡабығын әрсеп ашайҙар, сөнки ҡаҡы бик тиҙ күтәрелә һәм ҡата. Йәш ҡаҡының тәме кәбеҫтәне хәтерләтә. Ашарға яраҡлылығы ла шунан күренә – уның һабағы еңел бөгөлөп-өҙөлөп тора. Япраҡтары ла, тамыры ла ашарға яраҡлы, ләкин беҙҙә ҡаҡының йәш һабағы ғына файҙаланыла.

Ә һеҙ ҡаҡы яратаһығыҙмы?Ә һеҙ ҡаҡы яратаһығыҙмы?
Ә һеҙ ҡаҡы яратаһығыҙмы?

Англияла ҡаҡыны турама өсөн түтәлдә үҫтерәләр. Ҡафтау аръяғында ла ул — яратҡан ризыҡ, беҙҙең илде әйтәһе лә түгел. Эстондар юҡҡа ғына уны “урыҫ кәбеҫтәһе” тип атамайҙыр инде. Ҡыҫҡаһы, бик күп илдәрҙә уның биологик ҡиммәтен юғары баһалайҙар. Йәш һабаҡтарында, япраҡтарында С витамины, тимер, баҡыр, бор, марганец, молибден, титан, аҡһымдар, эфир майҙары, азотһыҙ экстрактив матдәләр бар.
Халыҡ дауаһы булараҡ ҡаҡыны зәңгегә, бабаһырҙарға ҡаршы ҡулланалар.
Ҡаҡыны турамаларға йәшелсә урынына ла һалалар. Һабаҡтарын һәм япраҡтарын ашҡа өҫтәйҙәр, быҡтырып, ит, балыҡ ризыҡтары менән табынға бирәләр.
Ҡаҡыны киптерәләр, тоҙлайҙар, әсетәләр. Тәүгә үҫеп сыҡҡандарының тамырын керән урынына ла файҙаланалар.

Ә һеҙ ҡаҡы яратаһығыҙмы?
Ә һеҙ ҡаҡы яратаһығыҙмы?
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас