+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Май 2023, 09:55

Минҽң ҡарт олатайым - Хәлитов Зәки Ғималетдин улы

Смоленск ҡалаһы өсөн барған һуғышта яралана. 4 ай госпиталдә дауаланғас, кире үҙ часына китә. 1944 йылда Белоруссияны азат итеү һуғышында ҡатнаша.

Минҽң ҡарт олатайым - Хәлитов Зәки Ғималетдин улы
Минҽң ҡарт олатайым - Хәлитов Зәки Ғималетдин улы

Минҽң ҡарт олатайым, Хәлитов Зәки Ғималетдин улы, 1914 йылда Байым ауылында тыуған. 1942 йыл һуғышҡа алына. Бүздәк районында хәрби әҙерлек үтеп, ошо уҡ йылдың 1 майында һуғышҡа инәләр. Смоленск ҡалаһы өсөн барған һуғышта яралана. 4 ай госпиталдә дауаланғас, кире үҙ часына китә. 1944 йылда Белоруссияны азат итеү һуғышында ҡатнаша. 44-45 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында артиллерия часында хеҙмәт итә. 1945 йыл Германияның 12 ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көндәрен Берлинда ҡаршылай. Уны "За отвагу" миҙалы менән бүләкләйҙәр, 2 тапҡыр рәхмәт ҡағыҙы бирәләр. Һуғыштан һуң колхозда бригадир, иҫәпсе, звеновой булып та эшләй. Пенсияға сыҡһа ла буш ултырмай, ҡырҙағы игенселәргә аш ташый. 1993 йыл Байым ауылында мәсет һалдырыуҙа һәм астырыуҙа күп көс һала. 1995 йылдың 30 сентябрендә мәрхүм була.

Баймаҡ ҡалаһы, 5-се балалар баксаһы. Әлмөхәмәтова Эвелина 2 йәш.
#78летпобедеВОВ #никтонезабыт #спасибодедузапобеду

Минҽң ҡарт олатайым - Хәлитов Зәки Ғималетдин улы
Минҽң ҡарт олатайым - Хәлитов Зәки Ғималетдин улы
Минҽң ҡарт олатайым - Хәлитов Зәки Ғималетдин улы
Минҽң ҡарт олатайым - Хәлитов Зәки Ғималетдин улы
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Теги:баймаҡ
Читайте нас: