+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Май 2023, 04:05

Өфө мэры Һуңғы ҡыңғырау тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев «2022-2023 уҡыу йылында сығарылыш кластары өсөн тантаналар уҙғарыу көндәре тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ 17 майҙа ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында баҫылған.  

Өфө мэры Һуңғы ҡыңғырау тураһында документҡа ҡул ҡуйҙыӨфө мэры Һуңғы ҡыңғырау тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы
Өфө мэры Һуңғы ҡыңғырау тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев «2022-2023 уҡыу йылында сығарылыш кластары өсөн тантаналар уҙғарыу көндәре тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ 17 майҙа ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында баҫылған.

«2022-2023 уҡыу йылын ойошҡан рәүештә тамамлау маҡсатында 2023 йылдың 22 майында 11-се класс уҡыусылары өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» дөйөм ҡала байрамын үткәрергә», — тиелә текста.

Бынан алдараҡ баш ҡала халҡын 22 майҙа «Торатау» конгресс-холының түбәнге майҙансығында мәктәп тамамлаусылар өсөн тантаналар ойоштороуға бәйле Зәки Вәлиди (Аксаковтан алып Мәжит Ғафуриға тиклем) һәм Мәжит Ғафури (Пятигорск урамынан Пушкин урамына тиклем) урамдары участкаларында хәрәкәтте сикләү тураһында иҫкәрттеләр. Сикләү көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 5-кә тиклем ғәмәлдә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау уҙғарылған көндә хәмер һатыу тыйыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-17/mer-ufy-podpisal-dokument-o-poslednem-zvonke-3261867

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас