+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2023, 09:00

Ветеран менән осрашыу

Үҙ иленең тарихын белеү - баланың шәхес үҫешенең төп этабының береһе булып тора. Хәрби батырлыҡтар тураһындағы хикәйәләр илһөйәрлек, үҙ иле һәм халҡы өсөн ғорурлыҡ тойғоһон үҫтерергә ярҙам итә.  

Ветеран менән осрашыу
Ветеран менән осрашыу

Үҙ иленең тарихын белеү - баланың шәхес үҫешенең төп этабының береһе булып тора. Хәрби батырлыҡтар тураһындағы хикәйәләр илһөйәрлек, үҙ иле һәм халҡы өсөн ғорурлыҡ тойғоһон үҫтерергә ярҙам итә.

Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн беҙ Республика инженер лицей интернатына Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Казакова Тамара Дмитрий ҡыҙын ҡунаҡҡа  саҡырҙыҡ. Лицей уҡыусылары  уникаль мөмкинлеккә эйә булдылар: илебеҙҙең  Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тарихын китаптан укып тугел, ә һуғыш ветераны менән  якындан танышып уны ихлас тыңланылар. Тамара Дмитрий ҡыҙы һуғыш ваҡиғаларын балаларға ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп,  еңел, күңелле, ҡурҡыныс хикәйәләрһеҙ генә, үҙенең  нисек фронтҡа эләгеүе, Еңеүгә тиклем үткән юлын һәм Тыуған иленә ҡайтыуы тураһында һөйләне.Үҙенең сығышын: "Тыуған ил Һәм әсәйҙәндә яҡыныраҡ бер кем дә юҡ. Һуғыш һеҙҙең өлөшөгөҙгә бер ҡасан да төшмәһен, был бик ҡурҡыныс. Әлеге тормошоғоҙға ҡыуанып йәшәгеҙ, яҡшы уҡығыҙ, тырышығыҙ!» тип тамамланы.

Балаларҙа ветеран менән осрашыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һәр лицей уҡыусыһы Тамара Дмитриевнаны ҡосаҡлап фотоға төшөргә теләне.

Әбдрәхимова Ә.Р.

Ветеран менән осрашыу
Ветеран менән осрашыу
Ветеран менән осрашыу
Ветеран менән осрашыу
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: