

Тауыш биреү өсөн https://vk.com/app7198399_-41010454#poll646b14b0576dfd85912aaaec ошо ссылка буйынса керергә кәрәк!!!!!!
Илүзә Мөхәмәтҡолова. Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауылынан.
“Миңә – 8 йәш. 2-се синыфты тик "4" һәм "5" билдәләренә генә тамамланым. Мәктәптә синыф етәксеһенең, ә өйҙә әсәйемдең уң ҡулы мин. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, һеңлем Гөлзифаға “Аманат”тың һәр һанын ентекләп уҡырға яратам.
Азалина Латыпова. Ғафури районының Красноусол ҡасабаһынан.
“Мин Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһының 4-се синыфын тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыйым. Буш ваҡытымда бейергә, йырларға яратам. Математика, урыҫ теле дәрестәрен көтөп алам. Буш ваҡыттарымда китаптар уҡыйым. Дуҫтарым менән аралашырға яратам. Киләсәктә уҡытыусы булырға хыялланам”.
Әлиә Шәмиғолова. Өфө ҡалаһынан.
“Дим биҫтәһендәге "Аманат" балалар баҡсаһына йөрөйөм. Мин һүрәт төшөрөргә, фото төшөргә яратам! Йомшаҡ уйынсыҡтарым менән өй уйнайым, уларҙы ашатырға, дауаларға яратам. Киләсәктә модель буласаҡмын".
Гүзәл Иҙрисов. Өфө районының Дорогино ауылынан.
“Миңә – 9 йәш. Мәктәптә тырышып уҡыйым, айырыусы математика фәне оҡшай. Шахмат түңәрәгендә шөғөлләнәм. Рәсем төшөрөргә, төрлө әйберҙәр эшләргә, саңғы шыуырға яратам. Әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм. Өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа барыу оҡшай. Төрлө ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе күҙәтергә. Урманда, яланда йөрөргә яратам”.
Риана Фәритова. Әбйәлил районының Асҡар ауылынан.
"Миңә – 8 йәш. Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 2-се синыфын тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Буш ваҡытымда бейергә, һүрәт төшөрөргә яратам. Әсәйемә ярҙамлашып гөлдәргә һыу һибәм, туҙан һөртәм, һауыт-һаба йыуышам.”