+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
22 Май 2023, 05:07
Бөгөн - һуңғы ҡыңғырау көнө
Сыңлай һеҙҙең өсөн бөгөн Һуңғы тапҡыр ҡыңғырау. Күңелдәргә тынғы бирмәй Өйкәй ҡатмарлы һорау. Һеҙҙең алда юлдар саты- Ҡайһыһынан китергә? Ошо юлдарҙың ҡайһыһы Бәхет-шатлыҡ килтерә? Был һорауға яуап бирер Бары тик һеҙҙең йөрәк, Шуның өсөн тәү сиратта Уны тыңларға кәрәк. Һайлап алған юлығыҙҙан Ҡыйыу алға барығыҙ. Бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп Йәшәү йәмен табығыҙ. Тәүфиҡ, бәхет юлдаш булһын, Ысын кеше булығыҙ. Изге булһын һәр эшегеҙ, Яҡты булһын уйығыҙ. Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.
Бөгөн - һуңғы ҡыңғырау көнө
2023 йылдың бөтә сығарылыусыларына – уңыштар һәм иң юғары маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен, ә ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға – яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Аҡ юл һеҙгә!
Автор:
Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"