

Беренсе мотлаҡ фәнде 29 майҙа рус теленән тапшырһалар, икенсе матлаҡ имтихан, база һәм профилле кимәлдәге математика буйынса, бер көндә – 1 июньдә уҙасаҡ.
Уҙған йылдағы кеүек үк аттестат алыу өсөн ике мотлаҡ фәнде тапшырыу ғына ла етә.
Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса имтихан ике көнгә билдәләнгән, ул 19 һәм 20 июндә үтәсәк. Шулай уҡ ике көнгә, 16 һәм 17 июндә сит телдәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханынан үткәреү ҡаралған. Тарих һәм физика буйынса имтихандар үткәреү - бишенсе, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы - һигеҙенсе, сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханынан - 13 июндә, планлаштырылған. 2023 йылда төп дәүләт имтихандары үтә: - ваҡытынан алда - 21 апрелдән 16 майға тиклем; - төп - 24 майҙан 1 июлгә ҡәҙәр; - өҫтәмә - 4 сентябрҙән 23-нә тиклем.
2023 йылда Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында 16 200 кеше ҡатнаша, уларҙың 15 020-һе – әлеге йылдағы, 1 017-һе - уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар, 132-һе һәм 10-һы - колледж студенттары, 20-һе - уҙған йылдарҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тамамламаған, 1-һе - сит ил дәүләте гражданы.
Быйыл йәмғиәтте өйрәнеү фәне һайлау буйынса иң популяр фән булды - 35,3 процент. Информатикаға һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (23,9%), биология (17,3%), физика (17,1%), химия (14,7%) һәм тарих (11,5%) менән дә ҡыҙыҡһыныусылар күп.