+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2023, 10:06

Зур өмөттәр бағлайбыҙ

Башҡортостанда инициативалы бюджетлау проекты cтарт алды тигән хәбәр Әбйәлил районының Сиҙәм ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә лә килеп етеп, уҡыусыларҙа ҙур өмөттәр уятты.

Зур өмөттәр бағлайбыҙ
Зур өмөттәр бағлайбыҙ

Башҡортостанда инициативалы бюджетлау проекты cтарт алды тигән хәбәр Әбйәлил районының Сиҙәм ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә лә килеп етеп, уҡыусыларҙа ҙур өмөттәр уятты. Улар үҙ маҡсаттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тыуыуына ҡыуанып, шунда уҡ үҙ проекттары өҫтөндә әүҙем эш башланы. Үҙенең ижади идеялары, ҡыҙыҡлы проекттары менән биш команда сығыш яһаны: «Заманса уҡыу кабинеттары», «Интерактив музей», «Спорт майҙансығы», «Акттар залы», «Интерактив комплекслы һәр кем файҙалана алырлыҡ интернет». Тауыш биреү барышында беҙгә уңыш йылмайҙы – күпселек тауыш менән «Интерактив комплекслы һәр кем файҙалана алырлыҡ интернет» проекты еңде. Мәктәптә заман талаптарына яуап биргән белем алыу өсөн интернет етмәүен барыһы ла яҡшы белә, шуға күрә бихисап һанлы белем биреү технологияларын ҡуллана алмайбыҙ. Беҙҙең команда ныҡышмалы эшләне: эҙләне, бәхәсләште, иҫбатланы. Һәм уҡыусылар башланғысына нигеҙләнгән республика инициативалы бюджетлау программаһына проект документтарын әҙерләү буйынса эште тамамланыҡ. Хәҙер проектыбыҙҙы конкурсҡа ебәреп, хыялыбыҙ һәм бөтә уҡыусыларҙың теләге тормошҡа ашыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.      

11 синыф уҡыусыһы Сәфиуллина Эльза

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: