

Һуңғы ҡыңғырау байрамында, мәктәп уҡыусылары оло йәштәге ирҙе газонда күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан.
Ҡала урамында инсульт билдәләре менән өлкән йәштәге ир ятҡан. Өлкәндәрҙән бер кем дә ярҙам күрһәтмәгән. 9-сы мәктәптең 9-сы "Б" синыфын тамамлаусылар туҡтап ашығыс ярҙам күрһәтте.
Уҡыусылар табиптар бригадаһына өлкән кешене машинаға тейәп оҙатырға ярҙам иткән.
Рәхмәт барыһына ла! Шундай матур кешеләр булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.