-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2023, 11:57

Сафия Танһыҡҡужина, Асҡар Борханов, Илдар Ғиләжев менән шашка буйынса көс һынашып ҡарарға мөмкин буласаҡ

Улар һәр береһе дүртешәр таҡтала дүртешәр кеше менән бер юлы уйнаясаҡ.

Сафия Танһыҡҡужина, Асҡар Борханов, Илдар Ғиләжев менән шашка буйынса көс һынашып ҡарарға мөмкин буласаҡ
Сафия Танһыҡҡужина, Асҡар Борханов, Илдар Ғиләжев менән шашка буйынса көс һынашып ҡарарға мөмкин буласаҡ

26-28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап- байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк. "ГАЗЕТЫ И ЖУРНАЛЫ БАШКОРТОСТАНА" тигән алтаҡта (вывеска) янында бик шәп саралар буласаҡ. САҠЫРАБЫҘ!

Май айының 26-һында сәғәт 4-тә "Аманат" менән "Йәншишмә" үткәрәсәк уйындар, викторина һәм "Башҡортостан" үҙәк шашка клубы ағзалары, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулаған чемпион үҫмерҙәр Сафия Танһыҡҡужина, Асҡар Борханов, Илдар Ғиләжев менән шашка буйынса көс һынашып ҡарарға мөмкин буласаҡ. Улар һәр береһе дүртешәр таҡтала дүртешәр кеше менән бер юлы уйнаясаҡ. Уйындарҙа ҡатнашыусыларҙы бүләктәр көтә!

Әйтергә кәрәк йәрминкәлә Рәсәй төбәктәренән, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәт, китап магазины ҡатнашасаҡ.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: