Боронғоса әҙерләгәндә эш тәртибе шулай: һоло ярмаһын мейестә (духовкала) талғын ғына утта ҡурмас кеүек ҡурабыҙ, көймәһен өсөн болғап торабыҙ. Ул матур ғына көрән төҫкә инергә тейеш. Шунан килелә төйәбеҙ ҙә елгәрәбеҙ, был саҡта сүбе оса. Таҙарған һоло ярмаһын ҡул тирмәненән үткәрәбеҙ. Хәҙерге заманда киле менән тирмәнде табыуы еңел түгел, шуға ҡурылған ярма өсөн ҡәһүә(кофҽмолка) тарттырғысты ҡулланырға, йә булмаһа, бер нисә ҡат ит турағыстан(мясорубка) үткәрергә мөмкин. Һоло тапмаһағыҙ, «Геркулес» ярмаһын алабыҙ.
🔸Һау-сәләмәт булығыҙ!
+21 °С
Болотло