+21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май , 11:15

Һин тәнеңдең серҙәрен беләһеңме?

* Кешенең күҙҙәре шул тиклем һиҙгер, әгәр ҙә Ер тип-тигеҙ булһа, һеҙ төнөн 30 км алыҫлыҡта йымылдаған утты күрә алыр инегеҙ. * Кешенең мейеһе минутына 1000 һүҙ уҡый ала. * Кешенең тәнендәге ҡан тамырҙарының оҙонлоғо – 60 000 саҡрым. Был Ер шарын ике ҡат уратырға етер ине. (Дауамын сайтҡа кереп уҡығыҙ)

Һин тәнеңдең серҙәрен беләһеңме?
Һин тәнеңдең серҙәрен беләһеңме?

* Кешенең кендеге эсендәге меңәрләгән бактериялар тропик урман ҙурлығындағы экосистеманы барлыҡҡа килтерә.

* Өлкән кеше 7000 000 000 000 000 000 000 000 000 (7 октиллион) атомдан тора. Сағыштырып ҡарағанда, беҙҙең галактикала “ни бары” өс йөҙ миллиард самаһы йондоҙ бар.

* Беҙҙең тәндә шимпанзела булған тиклем йөн бар. Уларҙың күбеһе шул тиклем нәҙек, хатта бөтөнләй күренмәй ҙә.

* Беҙ планеталағы алыҫ дистанцияға йүгереүселәр араһында иң шәбе. Теләһә ниндәй дүрт аяҡлы хайуандарҙан да яҡшыраҡ! Ысынлап та, меңәр йыл элек беҙ табышты уның хәле бөтөп үлгәнсе ҡыуалай алған булғанбыҙ.

*  Кеше кәүҙәһе 30 минут эсендә 4 литр һыуҙы ҡайнатырлыҡ йылылыҡ эшләп сығара.

* Үҙ ғүмерендә кеше 40 килограмм тиреһен “ташлай”, һәр ай һайын үҙенең “ҡабығын” яңырта.

* Һеҙҙең тәнегеҙ һәр секунд һайын 25 миллион яңы күҙәнәк эшләп сығара.

* Кешенең һөйәктәре гранит һымаҡ ныҡ. Шырпы ҡабындай һөйәк киҫәге 9 тоннаға тиклем ауырлыҡты күтәрә ала.

* Әгәр ҙә кешенең мейеһе компьютер булһа, ул секундына 38 мең триллион операция башҡара алыр ине. Донъялағы иң ҡеүәтле  Blue Gene суперкомпьютеры бының 0,002%-ын ғына үтәй ала.

* Кешенең ДНК-һы банан ДНК-һына 50%-ҡа тап килә.

* Һеҙ үҙегеҙ уйламағанса байһығыҙ. Беҙҙең һәр беребеҙҙең организмында 0,2 миллиграмм алтын бар. Уның күбеһе беҙҙең ҡанда ирегән килеш һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һигеҙ грамлыҡ монета эшләү өсөн һеҙгә 40 000 кешенең ҡаны кәрәк булыр ине.

* Ғашиҡ булғанда кешенең мейеһе нейромедиаторҙарҙан һәм гормондарҙан торған коктейль эшләп сығара. Уның составында амфитаминдар эскән саҡтағы һымаҡ була. Ул йөрәк тибешен көсәйтә, аппетитты насарайта, көслө тулҡынланыуға алып килә.

 

Сәлимә Ҡаранаева әҙерләне.

Һин тәнеңдең серҙәрен беләһеңме?
Һин тәнеңдең серҙәрен беләһеңме?
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас в