+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2023, 15:53

"Китап-байрам"ына килегеҙ!

26-28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап- байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк. "ГАЗЕТЫ И ЖУРНАЛЫ БАШКОРТОСТАНА" тигән алтаҡта (вывеска) эленгән павильон янында бик шәп саралар буласаҡ. САҠЫРАБЫҘ!  Унда Рәсәй төбәктәренән, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәт, китап магазины ҡатнашасаҡ. 

"Китап-байрам"ына килегеҙ!
"Китап-байрам"ына килегеҙ!

Сараның тәүге көнөндә, йәғни майҙың 26-һында сәғәт 4-тә "Аманат" менән "Йәншишмә" Башҡортостан матбуғаты павильонында үткәрәсәк төрлө уйындар, викторина һәм "Башҡортостан" үҙәк шашка клубы ағзалары, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулаған үҫмерҙәр Сафия Танһыҡҡужина, Асҡар Борханов, Илдар Ғиләжев менән шашка буйынса көс һынашып ҡарарға мөмкин буласаҡ. Улар һәр береһе дүртешәр таҡтала дүртешәр кеше менән бер юлы уйнаясаҡ. Уйындарҙа ҡатнашыусыларҙы бүләктәр көтә! Килегеҙ! Күрегеҙ! Тамаша ҡылығыҙ! Уйындарҙа ҡатнашығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ! Барығыҙҙы ла Китап байрамына саҡырабыҙ һәм шунда балалар баҫмалары үткәргән беҙҙең сарала көтәбеҙ!

Китап байрамында Башҡортостан Башлығы призына "Урал батыр ерендә йыл китабы", "Тыуған ер тарихы - шиғырҙарҙа" шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, башлап яҙыусыларҙың республика әҙәби конкурстары ла уҙғарыласаҡ. 

Оҫталыҡ дәрестәре, театрлаштырылған тамашалар, уйындар үткәреләсәк. Бүтән төрлө саралар ҙа ҡаралған. Ҡыҫҡаһы, Өфө был көндәрҙә ҙур әҙәби һәм мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк. Килегеҙ, һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

"Китап-байрам"ына килегеҙ!
"Китап-байрам"ына килегеҙ!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: