+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2023, 10:25

Рәсәйҙә яңы хәрби дан көнө булдырыла

Дәүләт Думаһы һуңғы закон проектын ҡабул иткән осраҡта Рәсәйҙә яңы хәрби дан көнө (12 май — Ҡырым һөжүм итеү операцияһының тамамланыу көнө) барлыҡҡа килеүе ихтимал (1944 йыл).    

Рәсәйҙә яңы хәрби дан көнө булдырыла
Рәсәйҙә яңы хәрби дан көнө булдырыла

Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа ҡабул иткән закон проекты 12 майҙа яңы хәрби дан көнөн — Рәсәй Ҡырым һөжүм итеү операцияһының тамамланыу көнөн билдәләргә тәҡдим итә.

«1944 йылдағы Ҡырым һөжүм итеү операцияһы — хәрби оҫталыҡ буйынса иң уңышлыларҙың береһе», — тиелә аңлатмалы яҙыуҙа.

Башланғыс авторҙары билдәләүенсә, закон проектын ҡабул итеү йәштәрҙе илһөйәрлек рухында, Ватан тарихына хөрмәт һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә оло әһәмиәткә эйә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-05-24/gosduma-podderzhala-zakonoproekt-o-novom-dne-voinskoy-slavy-3270803

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: