+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2023, 10:10

Бөтөн Рәсәй китапханалар көнө

Бөгөн, 27 май, Бөтөн Рәсәй китапханалар көнө. Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Ҡасандыр Рәзил ағайығыҙ ҙа китапханала хеҙмәт иткән ине.

Бөтөн Рәсәй китапханалар көнө
Бөтөн Рәсәй китапханалар көнө
Бөтөн Рәсәй китапханалар көнө – барлыҡ китапханасылар өсөн әһәмиәтле көн – һөнәри байрам булып тора. Датаның 27 майҙа билдәләнеүе осраҡлы түгел. 1795 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәйҙә тәүге дәүләт китапханаһы асыла. Ул ваҡытта был китапхана Императорҙың асыҡ китапханаһы тип аталған була, ә хәҙер Рәсәй милли китапханаһы тип атала. Элек китап мәсеттәрҙә, мәҙрәсәләрҙә һаҡланһа, аҙаҡ улар китапханаларға күсә. Китапханасы бик боронғо
һөнәр. Ул 4 мең ярым йыл элек барлыҡҡа килгән! Борон балсыҡ таҡталарға күсереп яҙыусылар булыуы билдәле. Тәүге китапханасылар нәҡ улар булған да инде. Был фәҡәт ир-егеттәр һөнәре һаналған. Китапханасы булып бик күп билдәле шәхестәр эшләгән: мәҫәлдәр яҙыусы Иван Крылов, математик Николай Лобачевский, яҙыусы Владимир Одоевский. 19-сы быуатта был һөнәрҙә эшләү өсөн бер генә юғары белем етмәгән. Француз, немец, латин, грек телдәрен белеү мотлаҡ кәрәк булған. Иң бәләкәй хеҙмәткәр булып эшләү өсөн генә лә өс сит тел белергә кәрәк булған.
Ғәҙәттә, китапханасыларҙың эше бик күренеп бармай. Йылдар үтеү менән китаптар иҫкерә, туҙа. Китапханасы уларҙы һаҡлау ысулдарын теүәл үтәй. Айырыуса боронғо экземплярҙарҙы, аудио һәм видеояҙмаларҙы. Әсбаптарҙы классификациялауҙы, библиографик белешмә һәм
каталог төҙөү серҙәрен бик яҡшы белә ул. Китапханасы ул юғары интеллектлы, киң
эрудициялы кеше. Ҡыҫҡаһы, тәжрибәле һөнәр эйәһе, үҙе бер тере энциклопедия. Күптәр уларҙың эше китап биреү һәм ҡабул итеү тип уйлай. Был дөрөҫ түгел. Китапхана фонды менән эшләү – уның хеҙмәтенең бер йүнәлеше генә. Икенсе йүнәлеше – уҡыусылар менән эшләү. Ул китапханаға килеүселәргә консультация бирә, кәрәкле әсбап табырға ярҙам итә.
Уларға аралашыусанлыҡ һәм эмоциональ яҡтан ныҡлы булырға ла кәрәк. Бихисап китаптар менән эшләр өсөн яҡшы хәтер ҙә мөһим. Китапхана архивындағы һирәк осрай торған экземплярҙар менән эшләү яуаплылыҡ, ныҡышмалылыҡ, сыҙамлыҡ, бөхтәлек, тәртип һәм алдыңа ҡуйған маҡсаттарҙы еренә еткереп, теүәлләп ҡуйыуҙы талап итә. Белемле, мәҙәниәтле шәхестәр элек тә китапҡа ынтылған, үҙен хөрмәт иткән һәр зыялы китап тотҡан, уны башҡаларға еткергән, һаҡлаған. Китапхана шулай уҡ белем, мәғлүмәт биреү үҙәге генә түгел, ә тәрбиә һәм халыҡтың ялын ойоштороусы ла булып һанала. Китапханасы – педагог та, психолог та, телсе лә, әҙәбиәтсе лә. Шуға ла һәр заманда йәмғиәттә иң талап ителгән һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡала. Был байрам китап эше белгестәре, библиографтар, китапханасылар, уҡытыусыларҙың ғына түгел, ә китап һөйөүселәрҙең дә ҙур байрамы ул.
 
Гөлфиә ФӘХРИСЛАМОВА
Фотола Рәзил Бикбулатов Таллин ҡалаһының китапханаһында
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: