+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2023, 11:05

Башҡортостан фермеры махсус хәрби операциялағы яҡташтарына гуманитар йөк оҙатҡан

«Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, тәү сиратта, беҙҙең ярҙамға мохтаж таныштарыбыҙ, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ, — тип иҫәпләй Булат Ноғоманов.

Башҡортостан фермеры махсус хәрби операциялағы яҡташтарына гуманитар йөк оҙатҡан
Башҡортостан фермеры махсус хәрби операциялағы яҡташтарына гуманитар йөк оҙатҡан

Башҡортостан фермеры махсус хәрби операция зонаһына аҙыҡ-түлек ебәргән. Бишбүләк районынан Булат Ноғомановтың илһөйәрлеге хаҡында республиканың Ауыл хужалығы министрлығында һөйләнеләр.

Булат Ноғоманов үҙ аҡсаһына кәрәкле аҙыҡ-түлек һатып алып, хәрби хәрәкәттәр зонаһындағы яҡташтарына оҙатҡан. Аграрийҙың эшенә уның ауылдаштары — Ҡаныҡай ауылы халҡы ла ҡушылған. Улар Бишбүләк районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн тепловизорҙар һәм коллиматорҙар һатып алған.

«Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, тәү сиратта, беҙҙең ярҙамға мохтаж таныштарыбыҙ, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ, — тип иҫәпләй Булат Ноғоманов.  — Барлыҡ республика халҡын был эшкә ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә саҡырам».

Республиканың аграр ведомствоһында билдәләүҙәренсә, Булат Ноғоманов ер еләген үҫтереү менән шөғөлләнә. Фермер 2022 йылда 2,8 миллион һум күләмендә «Агростартап» грантын отҡан һәм аҡсаны эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлткән, атап әйткәндә, ул хеҙмәтте механизациялау өсөн ҡорамал һәм техника һатып алған. Район хакимиәте уға ер бүлгән, әлеге көндә ауыл эшҡыуарының 3 гектар биләмәһе бар.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-05-24/fermer-iz-bashkirii-napravil-svoim-zemlyakam-v-zonu-svo-prodovolstvennyy-gumanitarnyy-gruz-3271092

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: