+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2023, 10:45

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 31 градус эҫелә йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле метеорологик күренештәр тураһында иҫкәртә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 29 майҙа төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, көндөҙ урыны менән йәшен, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин. Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр, көндөҙ урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +15,+20°, көнсығыш райондарҙа +7,+12°, көндөҙ +26,+31°. Автомобиль юлдарында иртәнсәк урыны менән томан. https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-28/mchs-po-bashkirii-v-31-gradusnuyu-zharu-preduprezhdaet-o-groze-i-silnom-vetre-3277570

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 31 градус эҫелә йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 31 градус эҫелә йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле метеорологик күренештәр тураһында иҫкәртә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 29 майҙа төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, көндөҙ урыны менән йәшен, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин.

Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр, көндөҙ урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә +15,+20°, көнсығыш райондарҙа +7,+12°, көндөҙ +26,+31°. Автомобиль юлдарында иртәнсәк урыны менән томан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-28/mchs-po-bashkirii-v-31-gradusnuyu-zharu-preduprezhdaet-o-groze-i-silnom-vetre-3277570

Автор:Башинформ
Читайте нас: