+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
30 Май 2023, 09:46

Балалар уйынсыҡтары һәм балаларҙың өҫтәл уйындары форумы үтәсәк

«Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенә йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров сентябрь уртаһында Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостанда Рәсәйҙә етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһының беренсе форумы уҙасағын хәбәр итте. 

Балалар уйынсыҡтары һәм балаларҙың өҫтәл уйындары форумы үтәсәкБалалар уйынсыҡтары һәм балаларҙың өҫтәл уйындары форумы үтәсәк
Балалар уйынсыҡтары һәм балаларҙың өҫтәл уйындары форумы үтәсәк

Беҙ 2023 йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһында етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһы форумын ойошторорға тигән тәҡдим менән сыҡтыҡ. Партнёр булып сығыш яһаһындар өсөн Рәсәйҙең сәнәғәт министры исеменә хат әҙерләүегеҙҙе һорайым. Бик ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк тема. Унда презентация ла, эшлекле өлөш тә була. Хөкүмәттән балалар уйынсыҡтары сығарған сәнәғәткә ярҙам сараларын әҙерләүҙәрен һорайым. Уйынсыҡтарҙы үҙебеҙҙә етештерергә, уйынсыҡтар аша үҙ идеологиябыҙҙы үткәрергә, илебеҙ, геройҙарыбыҙ хаҡында һөйләргә кәрәк. Быға етди әҙерләнеүегеҙҙе һорайым," - тине Радий Хәбиров.

Балалар уйынсыҡтары һәм балаларҙың өҫтәл уйындары форумы үтәсәк
Балалар уйынсыҡтары һәм балаларҙың өҫтәл уйындары форумы үтәсәк
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас