

"Өфөгә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ҡыҙыбыҙға байрам ойоштороу өсөн килдек. Алина менән тәүге тапҡыр ошондай ҙур сарала ҡатнашабыҙ. Уға бында барыһы ла ҡыҙыҡ, хатта минең янымдан ҡасып, үҙ аллы бөтә майҙансыҡтарҙы урап үтергә теләй. Айырыуса Алинаға ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар һәм Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында тәрбиәләнеүселәренең сығышы айырыуса оҡшаны" - ти ҡыҙҙың әсәһе Эльвира Заһретдинова. Шулай уҡ шуҡ, тиктормаҫ Алина Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" Киностудияһы майҙансығында шатланып кинохлопушка менән уйнаны.